Текст песни
Саташкан бир сайыскан абзар үстүннән очан. Астағы маларға ҡарап, маларны хайванға санап, Юғарыдан ҡычҡырған: демократия тигән, Хөрриәт сеҙгә килгән! Нисек кирәк, шулай итеп йәшәгеҙ иртәгәдән. Нисек кирәк, шулай итеп йәшәгеҙ иртәгәдән. Дулҡынланғандар малар, ҡычҡырышҡан сарыҡлар, Сыйырлар мөгәрәгәннәр, барҙа ниҙер сөйләнгәннәр, Ҡытҡылдаған тауыҡлар. Ирекле булып тыуған, беҙ иреккә сусаған. Йәшәдеҡ килер, тиеп беҙ, азатлыҡны бер заман. Йәшәдеҡ килер, тиеп беҙ, азатлыҡны бер заман. Демократия килә, беҙгә азатлыҡ бирә. Нисек кирәк, шулай итеп йәшәрбеҙ тыуған илдә. Демократия килде, маларға ирек бирде. Нисек кирәк, шулай итеп үҙгәртәләр бу илде. Азатлыҡ! Азатлыҡ! Сарыҡлар әйтте, етте, күп бирҙек йүнне, Итне. Демократия килгәстин, беҙгә азатлыҡ Биргәстин ҡуябыҙ бына шикне. Беҙнең бабайлар күптән көтөшһөҙ йәшәгән. Даладағы бүреләрҙәй ирекле тормош иткән. Даладағы бүреләрҙәй ирекле тормош иткән. Тауыҡлар ҡытҡылдаған, юҡ бында беҙҙән уңған. Беҙҙең бер ҙә зарланған юҡ. Һәр ҡайсыбыҙ тыуғаннан уҡ меңәрләп күкәй салған. Демократия килгәс, ун тауыҡҡа бер әтәш. Әс, була ул нисек йәшәйек? Ир назы да күрмәгәш. Әс, була ул нисек йәшәйек? Ир назы да күрмәгәш. Азатлыҡ! Азатлыҡ! Сыйыр мөгәрәп ҡуйған, ул ирләрҙән кем туйған? Бындағы ҡайсығыҙ түҙә йылға бер тапҡыр үгеҙгә. Күрсәтә мине хужам. Демократия килгәс, теләгәнсә йәшәгеш. Көндә үгеҙ булсын миңә иртә кичем сөт биргәш. Көндә үгеҙ булсын миңә иртә кичем сөт биргәш. Демократия килә, беҙгә азатлыҡ бирә. Нисек кирәк, шулай итеп йәшәрбеҙ тыуған илдә. Демократия килде, маларға ирек бирде. Нисек кирәк, шулай итеп үҙгәртәләр бу илде. Ҡарт кәзә тамаҡ ҡырған. Сайышҡан түгел шайтан. Бу донъяда кем булсаҡта азатлыҡ тип ҡычҡырсаҡта Бирелгән беҙгә иман. Ҡушылған сүҙгә дуңғыҙ. Мин, әлбәттә, имансыҙ. Тик былай ҡычҡырынсағыҙ суяшаҡлар бычаҡһыҙ. Тик былай ҡычҡырынсағыҙ суяшаҡлар бычаҡһыҙ. Өйҙәге хужа киштән дуҫтарын дәшеп йөрөгән. Бөтөрәм малармы, тиеп, файҙасы ҡалманы, Тиеп, суғымға әҙерләнгән. Хөрриәт тип ҡычҡыра, сайышҡан үҙ юлында. Һауада ирек тик ерҙә, барҙа хужа ҡулында. Һауада ирек тик ерҙә, барҙа хужа ҡулында. Һауада ирек тик ерҙә, барҙа хужа ҡулында. Демократия килә, беҙгә азатлыҡ бирә. Нисек кирәк, шулай итеп йәшәрбеҙ тыуған илдә. Демократия килде, маларға ирек бирде. Нисек кирәк, шулай итеп үҙгәртәләр бу илне. Нисек кирәк, шулай итеп Үҙгәртәләр бу илне.
Ильсия Бадретдинова — Демократия
«Демократия» — Ильсия Бадретдинова. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 5:06. Жанр — Поп.
