Текст песни
Аяз көн булһа ла һыуала, һыуыҡ елдәр иҫә беҙҙең Арала. Ҡояш апай күңел йылытмай, һөйгәнем дә бөгөн миңә Йылмаймай. Нимә булды һиңә аҡҡошом? Ниңә бындай һалтын һинең ҡарашың? Тешләгән һине ниндәй себен? Аңламайым кәйефеңдең сәбәбен. Йылмай, әйҙә йылмай, миңә бик ныҡ оҡшай. Йылмайһын бәғерем, күңелкәйем йырлай. Нурлы йөҙҙәреңдә йәшенгән ҡояштай. Булыптарҙы тара, йылмай инде йылмай. Урамда ултыра ҡарсыҡтар. Телевизор күрһәтә яңылыҡтар. Барыһы ла беҙҙең турала. Һөйләгән кеүек, нимә беҙҙең арала? Йылмай, әйҙә йылмай, миңә бик ныҡ оҡшай. Йылмайһын бәғерем, күңелкәйем йырлай. Нурлы йөҙҙәреңдә йәшенгән ҡояштай. Булыптарҙы тара, йылмай инде йылмай. Ас инде үҙеңде ҡәҙерем. Асуланаң ниңә, аңлат бәғерем. Һөйләшмә уңай йөрәк һыҙлай. Өндәш инде йәнем, әйҙә йылмай. Йылмай, әйҙә йылмай, миңә бик ныҡ оҡшай. Йылмайһын бәғерем, күңелкәйем йырлай. Нурлы йөҙҙәреңдә йәшенгән ҡояштай. Булыптарҙы тара, йылмай инде йылмай. Бәғеркәйем, йылмай, йылмай инде.
Артур Хакимов — Йылмай
«Йылмай» — Артур Хакимов. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:08. Жанр — Поп.
