Текст песни
Для этой песни доступен текст без караоке-подсветки.
Ырыуың кем? – Үҫәргән, Ырыуың кем? – Юрматы, Ырыуың кем? – Ҡатай, Ырыуың кем? – Табын, Ырыуың кем? – Ҡыпсаҡ, Ырыуың кем? – Бөрйән, Ырыуың кем? – Тамъян, Илебеҙ Башҡортостан! Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан! Башҡортостан баҡсаһы — арыҫландар торған ер, Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер, Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер. Ҡыуан аңлап, эй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде, Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде, Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде. Башҡортостан — гөлбостан, былбылстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан. Арыҫландар үҙ ерен Залимдарҙан тапатмаҫ, Таптаймын тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сапҡан яу Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ, Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ. Ҡаһармандар кәүҙәһен Ҡосаҡлаған, күмгән ер; Хәләл ҡандар шәүләһен Күккә тәрсим ҡылған ер. Башҡортостан йәшәһен, cөнбөлөстан йәшәһен! Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен! Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен! Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан, Бөтөн донъя башҡорттары, ҡоролтайҙа йыйылған. Бөтөн донъя башҡорттары, ҡоролтайҙа йыйылған
BABY Ti — Башкортостан
«Башкортостан» — BABY Ti. Читайте текст песни, слушайте запись онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:46. Жанр — Поп.
