Текст песни
Яшау көсе ҡайҙа? Ҡайҙа, атай? Ҡаяларҙа бөркөт Ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт Ерҙә һине. Маңға ғашиҡ улың һине һағына. Атай, әйтсиң ниңә шулай күкрәгем килә ярылып? Ниңә барыһы яҡшы булһа ла күңелем яралы? Ҡаралы ниңә бөтәһе көлә, бөтәһенә оҡшамаһаң? Күкрәгемде йыртып сыға бит минең аждаһа. Яҡшылыҡ эшләйем дә тағын һыуға һалып ҡуямын тағын. Күҙлегемдең пыялаһын алһыу төҫкә буяным. Нишләп булмай уянып, күргем килмәй донъяның утҡа Батып барғанын, ҡара төтөнгә ҡыуанып. Атай, ниңә ҡайтарып булмай әйткән ауыр һүҙҙәрҙе? Ниңә кешегә ҡарап кеше түгел үҙем үҙгәрҙем? Нисек ҡара ерҙәрҙән айырырға яҡшыһын? Нишләп тормош көтөп тормай, ҡайҙалыр еле ашығып? Башымды баҫып, тештәр ҡыҫып тағын сабамын яуға мин. Күңелдәге яраларҙы хыялдар менән ялғаным. Бына тағын йығылдым, тик төшөрһәң мин ҡулыңды. Атай, ишек асып көтөп ҡабул итсе улыңды. Яшау көсө ҡайҙа? Ҡайҙа, атай? Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт Ерҙә һине. Маңға ғашиҡ улың һине һағына. Һағындыра, атай, Бала саҡ. Һағындыра тыуған йорт, Йылы усаҡ. Һағындыра һинең еҫең, Һинең ҡосаҡ. Күккә осам, тағын осам. Осабыҙ ҙа китәбеҙ шул үҫеп йыраҡ-йыраҡҡа. Хәҙер инде беҙ ҡайтмайбыҙ, тик киләбеҙ ҡунаҡҡа. Хәҙер юлдар айырылды, үҙебеҙ һуҡмаҡ һалабыҙ. Һин ауылда инде ҡалдың, беҙ үҙ иттек ҡаланы. Һинән башланып киткән ғүмер беҙҙә дауам итә хәҙер. Үҙем атай тиеп әйтер баланы көтәм ул да үҫеп Етер. Тормош бирер һынауҙар. Уның да тыуыр мекен минең кеүек һорауҙар. Яшау көсөм ҡайҙа? Ҡайҙа, атай? Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт Ерҙә һине. Донъяға ғашиҡ улың һине һағына. Яшау көсе ҡайҙа? Ҡайҙа, атай? Ҡаяларҙа бөркөт Ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт Ерҙә һине. Маңға ғашиҡ улың һине һағына. Яшау көсе ҡайҙа? Ҡайҙа, атай? Ҡаяларҙа бөркөт Ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт Ерҙә Һине. Маңға ғашиҡ улың һине һағына. Маңға ғашиҡ улың һине Һағына.
Алтынай Валитов, BABY Ti — Атай
«Атай» — Алтынай Валитов, BABY Ti. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 4:41. Жанр — Поп.
