Текст песни
Ҡотҡар мине ҡар менән Тулғанда болоттар Йөрәгемдә уттар һүнгәндә Күренмәгән саҡта күктә йондоҙҙар Күңелемдә хистәр үлгәндә Ҡотҡар мине ҡойолғанда Көҙгө япраҡтар Яҙҙар тағы һуңлап килгәндә Илһам булмаған Саҡтарымда ҡотҡар Ҡояш булып балҡы уны көтмәгәндә Ҡотҡар мине осҡанда Йылы яҡҡа ҡоштар Һалып һағыштар йөрәккә Боролған саҡта тапҡыр юлдар Талғын моңдар үтеп үҙәккә Ҡотҡар мине ҡойолғанда Көҙгө япраҡтар Яҙҙар тағы һуңлап килгәндә Илһам булмаған Саҡтарымда ҡотҡар Ҡояш булып балҡы уны көтмәгәндә Мин дә һине шулай Берәй ҡотҡарырмын Табып юлдар барырмын яныңа Төштәреңә булһа ла Кереп ҡалырмын Сәскәләргә әйләнеп уяныуыңа Ҡотҡар мине ҡойолғанда Көҙгө япраҡтар Яҙҙар тағы һуңлап килгәндә Илһам булмаған Саҡтарымда ҡотҡар Ҡояш булып балҡы уны көтмәгәндә
Алиса Жумагалиева — Ҡотҡар мине
«Ҡотҡар мине» — Алиса Жумагалиева. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:52. Жанр — Поп.
