Текст песни
Для этой песни доступен текст без караоке-подсветки.
Тормош булғас була инде, төрлө хәлдәре Терәп тормай баш осона, һәр саҡ мендәрен Йыға һуға, ҡарап тормай - эшеңдән ҡала туҙан Кире тороп баҫҡаныңса - яйлап ғүмерең уҙа Булды саҡтар ас йөрөгән, кеҫәлә тинлек йыйып Йоҡлай торғайныҡ бер диванда биш-алты кеше һыйып Башта булды ҙур хыялдар, йәшәһәк тә урамда Кеше көлөп ҡарағанда - хыял булды ҡоралдар Нишләп кенә бүтәндәргә - барһында хоҙай биргән Миңә сират йеткән саҡта - мыҫҡыллап ҡарап көлгән Нишләп кенә бүтәндәрҙең - бар йәне һорағаны Кеше биргән кейемдәргә - йөрөй торғайныҡ ҡыуанып Һаулыҡ теләйҙәр, һаулығы ла - ҡайсаҡ ныҡ аптырата Түбәгә ҡарап, тештәр ҡыҫып - ҡайсаҡ торалмай ятаң Йәшәр урын булмағанда, иҙәндә йоҡлап атһа ла таң Күтәрелер ҡолаһамда - был тормошто мин яратам! Күкрәп ямғыр яуа ла, ҡояш ҡалҡа Ҡолай-ҡолай югерәбеҙ беҙ тик алға Ниндәй хәлдә булһамда мин яратам Тормошто яратам Күкрәп ямғыр яуа ла, ҡояш ҡалҡа Ҡолай-ҡолай югерәбеҙ беҙ тик алға Ниндәй хәлдә булһамда мин яратам Тормошто яратам Әле бына йәшәп ятабыҙ тыуған яҡтарҙан ситтә Ҡайтыр юлдар ябылды, ишекте ҡуйҙылар бикләп Ҡайҙа ғына йөрөһәктә, Башҡортостан йөрәктә Ишектәр ҙә асылыр, һүрелмәһен өмөттәр Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡа, тағын килә яңы көн Кисә эшләнмәгән эштәрҙе эшләргә ине бөгөн! Өлгөрөргә ине тағын, маҡсаттарға яһап аҙым Шулай итеп йүгереп - ҡыш алмаштыра яҙын Белмәем күпме бирелгән миңә йәшәргә тағын, Һуңғы һулышҡаса тиклем - йөрәгемдә ут яныр! Бөгөн бына тыуған көнөм, утыҙдүрткә лә еттем Йәшәр өсөн кешеләрем бар, шул йылыта йөрәкте.. Күкрәп ямғыр яуа ла, ҡояш ҡалҡа Ҡолай-ҡолай югерәбеҙ беҙ тик алға Ниндәй хәлдә булһамда мин яратам Тормошто яратам Күкрәп ямғыр яуа ла, ҡояш ҡалҡа Ҡолай-ҡолай югерәбеҙ беҙ тик алға Ниндәй хәлдә булһамда мин яратам Тормошто яратам
Алтынай Валитов — Тормош
«Тормош» — Алтынай Валитов. Читайте текст песни, слушайте запись онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:27. Жанр — Поп.
