Текст песни
Для этой песни доступен текст без караоке-подсветки.
Иртән тороп, һыйыр һауып, ҡаймаҡ бороп икмәк һалып Ашҡа ҡорот, сәйгә балы, хәләл һарыҡ, төшөн салып Салғы янып, бесән сабып, утын ярып - тағын арып Мунса яғып сабынып - һуларға саф һауаны! Иртәгә ауылға ҡайтам! Көтөгөҙ тыуған яҡтар Кискеһен яғып усаҡтар Иҫләрбеҙ, иҫләрбеҙ йәш саҡты Бәләкәйҙән уйнап уҫкән дуҫтар менән осрашып Яңғыратып тау башын, иҫерешеп йырлашып Ҡысҡырышып һыу инеп, кисен шашлык бешерергә Яланаяҡ сиҙәмдән рәхәтләнеп югерергә! Иртәгә ауылға ҡайтам! Көтөгөҙ тыуған яҡтар Кискеһен яғып усаҡтар Иҫләрбеҙ, иҫләрбеҙ йәш саҡты Күрһен ауылдаштар, көнләшһен классташтар Нисек һин эштәр башлап - күтарелдең иң башҡа Муйыныңда алтын-таштар, машинан балҡый ҡояшта Күршелар тора тышта, аптырап тырнап баштарын Иртәгә ауылға ҡайтам! Көтөгөҙ тыуған яҡтар Кискеһен яғып усаҡтар Иҫләрбеҙ, иҫләрбеҙ йәш саҡты Иҫләрбеҙ, иҫләрбеҙ йәш саҡты
Алтынай Валитов — Ауылга кайтам
«Ауылга кайтам» — Алтынай Валитов. Читайте текст песни, слушайте запись онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 2:08. Жанр — Поп.
