Текст песни
Алтынай Валитов, Иҙел Нургалин. Ҡыҙарып ҡояш бата ла тағын яңы таң ата. Тағын юлға сығамын, тағын тормошҡа батам. Бормалы юлдар һынауҙарын ҡуйып аптырата. Тағын да ҡояш бата, тағын йоҡларға ятам. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Хыялыма атланып үҙ юлымдан барам мин. Ҡайҙа ғына йөрөмәй ябай әҙәм балаһы. Үткән юл оҙон булһа ла тағын алға бараһы. Ҡарамай бер нимәгә үҙемдекен алаһы. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Эх! Кем генә белә инде алда ниҙәр булыр. Һуңғы ғына булмаһын тағын сыҡҡан юлым. Күпме генә ҡыуһаң да тормошто булмай уҙып. Ниҙәр генә булһа ла төшмәһен ҡулы. Елдәр, бурандар аша еләмен күҙҙәр ҡамаша. Ярыша-ярыша яя ялан тауҙар алмаша. Тамырҙа ҡандар шаша, ишетәм йөрәк тауышын. Хыялдарға еткән юлдарҙың әле тик башы. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы булмаһын.
Алтынай Валитов, Идель Нургалин — Юлдар
«Юлдар» — Алтынай Валитов, Идель Нургалин. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 2:03. Жанр — Поп.
