Текст песни
Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Мин тыуғанда ҡыуанғандыр атай һәм әсәй. Килеп сыҡты һорағым: "Ҡайҙа минең сәй?" Тәтел-тәтел дәй тәтелдәй килеп төшкәнмен сальто Эшләп. Биш йәшемдә башланды минең ҡырын иштәр. Пау-пау-пау ярып бөтөм тәҙрәләрҙе. Биш тәҙрәһе бар ине беҙҙең күршеләрҙең. Киноларҙағы һымаҡ селпәрәмә килә. Ташы сорам тағы ла ҡарайым да көләм. Садик-садикка йөрөгәндә булған ике кәләшем. Мәктәптә ултырғанбыҙ өсөбөҙ етәкләшеп. Өйгә лә ҡайтып килмәй кәләштәрһеҙ үләм. Атай-әсәйгә һөйләһәм улар минән көлә. Ағас пистолет эшләп беҙ атыш уйнаныҡ. Ҡылыс эшләп алып урамда үлән ҡалнаныҡ. Мәктәптән ҡайтҡанда төшөп алма урланыҡ. Әсәй әрләп апҡайтҡансы тышта уйнап туйманым. Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Әйләнәм башында, әйләндерәм баштарҙы. Һәләтем бар шунда, йыр яҙа башланым. Һәр бер нәмәгә бар үҙемдең ҡарашым. Ултыр минең кәмәгә, йөрөмә аҙ ашып. Ҡайҙағына йөрөһәм дә башҡорт булып ҡаламын. Үҙ ит һәм дә ҡаланы мин ауыл балаһы. Тыуып үҫкән ерем минең тауҙар араһы. Тау башынан шыуайыныҡ таҡтаға баһып. Биш йәшемдә сәхнәгә сыҡтым беренсе тапҡыр. Алҡыштарға күмелеп мин үҙемде таптым. Өй башынан һикереп аяҡ һындырып яттым. Беренсе шиғыр юлдарын аҡшатыным, яҡтым. Сәхнәлә алҡыштарға күмелергә яратамын. Кеше ҡулдарына һикереп һуҙылып ятамын. Минең йырҙарымды тыңларға һин яратаһың. Әгәр малайың тыуһа Алтынай тип атарһың. Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Бармағым юҡ уртансы, өрөләм туңҡайғансы. Сәй эстә һөй көн йылмай, мин Валитов Алтынай. Лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә, лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә. Лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә, мин Валитов Алтынай. Бергәләп! Лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә, Лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә. Лә-лә-ли-лә-ли-лә-лә, мин Валитов Алтынай.
Алтынай Валитов — Мин Валитов Алтынай
«Мин Валитов Алтынай» — Алтынай Валитов. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 2:48. Жанр — Рэп и хип-хоп.
