Текст песни
Яралар уңалыр, һағыштар юғалыр, Ял итәрһең минең ҡосаҡта. Бар донъядан ҡалыр һәм ғаләм һоҡланыр беҙҙең шул Бәхетле саҡҡа. Тауҙарҙы арҡылып, кәртәләрҙе йырып, Осраштыҡ беҙ йәнә осраштыҡ. Яҙмышҡа үс итеп, хистәрҙе йөрөйтеп, Һөйөүҙе беҙ таптыҡ тормошта. Һин йылмаяһың, һин йылмаяһың, миңә ҡарап Күҙ йәштәрең аша. Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың алыҫтарҙа Ҡалған йылдар аша. Һин йылмаяһың, һин йылмаяһың, миңә ҡарап Күҙ йәштәрең аша. Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың алыҫтарҙа Ҡалған йылдар аша. Беҙ китербеҙ бергә әкиәт иленә, Йондоҙҙар күктә янырҙар. Тик була бит ерҙә йондоҙ кеүек ҡыҙҙар, Һинең кеүек сағыу йондоҙҙар. Мин ҡапыл уяндым һәм һине тапманым ҡараңғы һәм Һалҡын бүлмәмдә. Һәм шул саҡ тәҙрәнән мин күккә ҡараным, Яҡты нурҙар тулды күңелгә. Һин йылмаяһың, һин йылмаяһың, миңә ҡарап Күҙ йәштәрең аша. Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың алыҫтарҙа Ҡалған йылдар аша. Һин йылмаяһың, һин йылмаяһың, миңә ҡарап Күҙ йәштәрең аша. Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың алыҫтарҙа Ҡалған йылдар аша. Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың алыҫтарҙа Ҡалған йылдар аша.
Ильгиз Абдрахманов — Һин йылмаяһың
«Һин йылмаяһың» — Ильгиз Абдрахманов. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:06. Жанр — Поп.
