Текст песни
Көрдем аның тик йылмайған шағын, Тик йылмайған шағын кешегә, Тик йылмайған шағын сүйгәненә, Тик йылмайған шағын өшенә. Ул һәр ваҡыт тик йылмайып йәшәй, тик йылмайыу менән Күрешә, тик йылмайыу менән саубуллаша, Тик йылмайыу уңа килешә. Шул кешенең бөгөн Илағанын, Илағанын күрҙем ялғыҙын. Тауыш тынсыз битен ҡапламышша, Күҙҙәренән йәшен ағызып илағанын күрҙем. Йылмайғанның илағанын күреп таң ҡалдым. Эй ир заты, күҙең шылатырҙай ниндәй ҡайғы йөгөн Аҡтарҙың? Дуҫларыңмы әллә хыянат итте? Мәһәббәтең әллә ялғышмы? Үкенечме әллә сағышмы? Хушлашыумы әллә барсы менән? Алай тисәң, әле иртәрәк. Илауыңдан туҡтатасым килә, йылмайтасым килә иркәләп. Ләкин ул бит бала-шаға түгел, иркәләүләр менән Йыуанмаҫ. Нигә иласа да бер Иласын әйҙә. Юҡҡа барға ирләр Иламас. Әнғәм Атнабаев.
Алмаз Мирзаянов — Ир елавы
«Ир елавы» — Алмаз Мирзаянов. Читайте текст песни и подпевайте с караоке-подсветкой: строки текста подсвечиваются в такт музыке. Слушайте онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 1:42. Жанр — Spoken Word.
