Текст песни
Для этой песни доступен текст без караоке-подсветки.
1. Ваҡыт үтә, йылдар тик тормай ашыға, Белмәйем ҡайза юрарға быны, насарға-яҡшыға? Минең теләк бар атларға тик бары яҡтыға, Һәр минутты иҫкә алам, ҡала тик йәшнәп-янырға. Илдәрҙе күрергә, һәр иртә һайын йүгерергә, Улымдың һәр еңеүен күреп, яңы үрҙәргә ынтылырға, Иң яҡшы кеше булғым килә, булған өмөттәрҙе аҡларға... Ә атайым миңә һәр сак әйтә: Улым, ашыҡма. Ҡушымта: Ашыҡма! Ашыҡма! Был донъяларҙан китергә һин ашыҡма! Ашыҡма! Ашыҡма! Был донъяларҙан китергә һин ашыҡма! 2. Яңғырай атайҙың һүҙҙәре, түҙ улым ашыҡма, Сапҡанда ҡапыл туҡтайым, әйтерһең үҙ юлымда Тирә яҡҡа һалам күҙемде, улымды алам ҡулыма Ҡарайым уның күҙҙәренә, ҡабатлайым: улым, ашыҡма. Ҡушымта: Ашыҡма! Ашыҡма! Был донъяларҙан китергә һин ашыҡма! Ашыҡма! Ашыҡма! Был донъяларҙан китергә һин ашыҡма!
Rena RNT, Рустам Гиззатуллин — Ашыкма
«Ашыкма» — Rena RNT, Рустам Гиззатуллин. Читайте текст песни, слушайте запись онлайн бесплатно или скачайте mp3. Длительность записи — 3:12. Жанр — Рэп и хип-хоп.
